14:18 (UTC+5), 17 Апреля 2024

Дәүләт ярҙамы республикабыҙ эшҡыуарына тимерселек эшен киңәйтергә ярҙам иткән

Фото: Радий Хәбировтың социаль селтәрҙә бизнес менән аралашыу төркөмө
Роман Якимчук

Белорет районынан эшҡыуар Тимофей Степановтың шәхси тимерлеге бар. Оҫта яҡташыбыҙ тимерҙән ҡапҡалар, рәшәткәләр, ҡоймалар, йыһаздар сүкеп эшләй. Белорет районының бизнес-шерифы Андрей Гревцев Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәге бизнес менән аралашыу төркөмөндә йүнселдең дәүләт ярҙамы менән үҙ эшен киңәйтеү мөмкинлегенә эйә булыуы хаҡында яҙған.

2023 йылдың декабрендә Тимофей Степанов район хакимиәтендәге «Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә үҙ проектын тәҡдим иткән. Ул металды плазмалы ҡырҡыуҙың яңы төрөн индерергә уйлаған. Проектты ғәмәлгә ашырыу өсөн яҡташыбыҙ лизингҡа станок һатып алған.

Белорет районы хакимиәте «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм уға ярҙам итеү» муниципаль программаһы буйынса эшҡыуарға финанс ярҙамы күрһәткән – 300 мең һумдан ашыу күләмдә лизинг килешеүе буйынса сығымдың бер өлөшөн ҡаплаған. Был иһә Тимофей Степановҡа аҙ сығымдар менән үҙенең производствоһын киңәйтеү менән шөғөлләнергә мөмкинлек бирә.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-04-17/gospodderzhka-pomogla-biznesmenu-iz-bashkirii-rasshirit-kuznechnoe-proizvodstvo-3731321

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика