Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.31
-1.41
92.86
-1.65
62.22
+0.15
-4 °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Апрель 2024, 16:30

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы аномаль эҫе һауа торошо хаҡында иҫкәртә

Ксения Калинина
Фото: Ксения Калинина

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы республикала йәшәүселәрҙе аномаль эҫе һауа торошо хаҡында иҫкәртә. Гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү идаралығы фаразы буйынса, 18-22 апрелдә төбәктә урыны менән һауа температураһы норманан 7-12 градусҡа юғарыраҡ булған аномаль эҫе һауа торошо көтөлә.

«Башинформ» алдағы өс көндә Башҡортостанда ямғыр яуыуы һәм йылы булыуы хаҡында хәбәр иткәйне. Һауа температураһы көндөҙ +20,+23 градусҡаса күтәрелә.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-04-16/mchs-po-bashkirii-preduprezhdaet-ob-anomalno-zharkoy-pogode-3730078

Автор: Дарья Субботина
Читайте нас