14:26 (UTC+5), 16 Апрель 2024

Өфөлә Еңеүгә 79 йыл тулыуҙы билдәләүгә әҙерлек башлана

Фото: Олег Яровиков
Альмира Давлетбаева

Башҡортостанда Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 79 йыллығын билдәләүгә әҙерлек башлана. Республика Башлығы Радий Хәбировтың бойороғо менән 2024 йылда байрам датаһына арналған тантаналы сараларға әҙерләнеү һәм уларҙы үткәреү буйынса ойоштороу комитеты булдырылды. Тейешле документ Башҡортостан Республикаһының рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

Республика етәксеһе бойороғонда билдәләнеүенсә, ойоштороу комитеты 2024 йылдың 19 апреленә тиклем тантаналы сараларға әҙерлек планын раҫларға тейеш. Ойоштороу комитеты етәксеһе итеп вице-премьер Ирек Сәғитов тәғәйенләнде. Шулай уҡ уның составына Башҡортостан вице-премьеры — финанс министры Лира Иғтисамова, республиканың хәрби комиссары Михаил Блажевич, ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова, мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлитбирҙин һәм башҡалар инде.

Әйткәндәй, Өфөлә 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 79 йыллығы уңайынан парад була, тип хәбәр иткәйне «Башинформ».

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-04-16/v-bashkirii-nachinaetsya-podgotovka-k-prazdnovaniyu-79-y-godovschiny-pobedy-3729786

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика