10:12 (UTC+5), 15 Апреля 2024

Башҡортостан Башлығы Белгородтан килгән балаларҙың ялын тиҙ арала ойошторорға ҡушты

Фото: Валерий Шахов
Әлфиә Әһлиуллина

Башҡортостан Башлығы Белгород өлкәһенән килгән балаларҙың ялын һәм уҡыуын тиҙ арала ойошторорға ҡушты. Бөгөн төндә Башҡортостанға Белгородтан 498 бала һәм уларҙы оҙатып йөрөүселәр килде, тип билдәләне ул. Балалар Илештәге «Орленок» һәм Әбйәлилдәге «Березка» лагерҙарына урынлаштырыла.

«Ошо балалар тураһында хәстәрлек күреү — һеҙҙең яуаплылыҡта. Ваҡыты-ваҡыты менән уларҙың янына барып, туҡланыу, уҡыу һәм спорт эшмәкәрлеге йәһәтенән нимәгә мохтаж икәнен белешегеҙ. Зинһар өсөн, был эш менән шөғөлләнегеҙ. Был балалар фронт яны биләмәһенән килгән, арып бөткән», — тине ул район башлыҡтарына.

Хәбәр иткәнебеҙсә, бөгөн Өфөгә Белогород өлкәһенән поезд менән 500 уҡыусы килде.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-04-15/glava-bashkirii-poruchil-operativno-organizovat-otdyh-detey-iz-belogorodschiny-3727705

 

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика