Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
+1.16
91.98
+0.6
62.51
+0.52
0 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Апрель 2024, 16:33

Орскиҙа ташҡындан зыян күргәндәргә Волга буйы федераль округынан 200 тонна эсәр һыу килтерелгән

Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиленең матбуғат хеҙмәте
Фото: Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиленең матбуғат хеҙмәте

Ырымбур өлкәһе халҡына ярҙам итеү өсөн Волга буйы федераль округы төбәктәренән эсеү һәм көнкүрештә ҡулланыу өсөн 200 тоннаға яҡын һыу килтерелгән. Был хаҡта Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров хәбәр итте.

«Ситтә ҡалмағандарға һәм ярҙам иткәндәргә рәхмәт белдерәм. Беҙҙең округтан бында көн һайын гуманитар ярҙам килтерәләр. Халыҡ һәм бизнес та финанс ярҙамы күрһәтә», — тине Игорь Комаров.

Ырымбур өлкәһендә ижтимағи-сәйәси хәл тотороҡло һәм контролдә тотола.

«Власть органдары матди һәм финанс ярҙамы күрһәтә, аҡса алыу өсөн 150 меңдән ашыу ғариза килгән. Табиптар эпидемиологик хәлде күҙәтә», - тип билдәләне Комаров.

Бынан алдараҡ Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса республиканан Ырымбур өлкәһенә 80 тоннанан ашыу эсәр һыу һәм 3 меңдән ашыу гигиена сараһы килтерелде. Шулай уҡ республикала Ырымбурҙағы ташҡындан зыян күргәндәргә ярҙам итеү өсөн аҡса йыйыу иғлан ителде.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, күрше Ырымбур өлкәһендә ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуған: Урал йылғаһында дамба йырылыу сәбәпле Орск ҡалаһын һыу баҫҡан. Халыҡ эвакуацияланған. Улар төрлө урындарҙа йәшәргә мәжбүр һәм ярҙамға мохтаж.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-04-12/postradavshim-ot-proryva-damby-v-orske-dostavili-200-tonn-pitievoy-vody-iz-pfo-3725511

Читайте нас