
Башҡорт һәм татар эстрадаһының популяр йырсылары Әлиә Ҡарасурина һәм Ришат Төхвәтуллин тәүгә ата-әсәй булған. Улар социаль селтәрҙә ҡыуанысы менән уртаҡлашҡан.
«Улым, донъяға ауаз һалған көнөң менән», — тип яҙа Әлиә.
Малай 10 апрелдә тыуған. Атай кеше ошо көнгәсә сабыйҙың малаймы-ҡыҙмы икәнен белмәгән. Ҡыҙ булыр тип уйлаған.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, йәштәр 2023 йылда өйләнеште. Апрелдә ғашиҡтар никах уҡытты, ә июнь айында гөрләтеп туй үткәрҙе. Ришат Төхвәтуллин Туймазы районының Ҡарамалы-Ғөбәй ауылында тыуып үҫкән, Өфө сәнғәт институтын тамамлаған. Әлиә Ҡарасурина Дүртөйлө районының Шишмә ауылында тыуған, Ҡазан мәҙәниәт һәм сәнғәт университетында уҡыған. Ришат менән бер коллективта эшләй, йәштәр дуэт менән йырлай.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.