Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
85.57
+0.16
93.26
+0.09
80.51
-1.86
13+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Апрель , 16:10

Ял көндәрендә баш ҡалала ауыл хужалығы йәрминкәләре ойошторола

Валерий Шахов
Фото:Валерий Шахов

Ял көндәрендә, 13 һәм 14 апрелдә, Өфөлә ауыл хужалығы йәрминкәләрендә республикабыҙ етештереүселәренән туранан-тура аҙыҡ-түлек һәм йәшелсә һатып алырға мөмкин.

Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ҡала халҡын һәм ҡунаҡтарын Спорт һарайы алдында һәм Эшсе хәбәрселәр урамындағы 20 йорт янында көтәләр. Йәрминкәләр шәмбе һәм йәкшәмбе иртәнге 9-ҙан көндөҙгө 4-кә тиклем эшләй.

Йәрминкәләргә үҙ продукцияһын тәҡдим итергә теләгән республика ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәре саҡырыла.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-04-11/v-vyhodnye-v-ufe-proydut-selhozyarmarki-3723783

Автор:Ләйлә Аралбаева
Читайте нас: