
«ЛизаАлерт» эҙәрмән отряды ирекмәндәре Өфө һәм ҡала яны халҡын БПЛА эше тураһында иҫкәртте.
«Иғтибар! Кесаҙна, 11 апрелдә, юғалған ике үҫмерҙе эҙләү барышында Өфө һәм ҡала яны күгендә Башҡортостан Эске эштәр министрлығының пилотһыҙ осоу аппаратын күрергә мөмкин», - тип хәбәр ителә эҙләү отрядының социаль селтәрендә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 30 мартта Өфөлә 2010 йылғы Павел Паличев һәм Дамир Әҙеһәмов юғалды. Икенсе аҙна инде «ЛизаАлерт» ирекмәндәре һәм хеҙмәттәр юғалған балаларҙы эҙләй.
Бөгөн Ағиҙел йылғаһының өҫтөн һәм тирә-яҡты тикшереү өсөн пилотһыҙ осоу аппаратын ҡулланырға ҡарар ителде.
Волонтерҙар шулай уҡ вайымһыҙ булмағандарҙан видеокүҙәтеү камераларынан мәғлүмәттәрҙе алыу өсөн хәтер күләме 1-2 ТБ тәшкил иткән ҡаты диск менән бүлешеүҙәрен һораны.
Бәйләнеш өсөн телефон: Елена (Барбие) 89870997092, Анастасия (Моррисан) 89373204474, йәки төркөмгә яҙығыҙ.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.