



11 апрелдә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Экология форумын һәм VII «Экология һәм технологиялар» махсуслаштырылған күргәҙмәһен асыуҙа ҡатнашты.
«Ошо яҙғы көндәрҙә беҙ һәр ваҡыт Башҡортостандың баш ҡалаһына эксперттарҙы, төҙөлөш, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, тәбиғәтте һаҡлау эшмәкәрлеге өлкәһендәге белгестәрҙе саҡырабыҙ. Һис шикһеҙ, был беҙҙең өсөн ҙур яуаплылыҡ һәм оло мәртәбә. Беҙ илебеҙҙә һәм Башҡортостанда биләмәләребеҙ, ҡалаларыбыҙ, ауылдарыбыҙ матур, уңайлы, төҙөк булһын өсөн күп эштәр башҡарабыҙ. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ системаһы һөҙөмтәле эшләһен, экологик проблемалар хәл ителһен өсөн. Шуға күрә беҙгә башҡа төбәктәрҙең тәжрибәһе менән танышыу мөһим. Ҡаҙағстан, Белоруссия, Ҡырғыҙстан, Тажикстан һәм Рәсәй төбәктәре делегацияларын ихлас сәләмләйем. Өфөгә илебеҙҙең 15-тән ашыу төбәгенән вәкилдәр килде. Осрашыуҙан яҡшы тәьҫораттар алырһығыҙ, беҙҙең аралашыу файҙалы булыр тип ышанам», - тине Радий Хәбиров сараны асыу тантанаһында.
Дәүләт Думаһының экология, тәбиғәт ресурстары һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау комитеты рәйесе урынбаҫары Георгий Арапов үҙ сығышында Экологик форумдың мөһимлеге хаҡында һөйләне.
Рәсәй экологик операторының генераль директоры Денис Буцаев билдәләүенсә, Өфөлә асылған экофорумда һәр ваҡыттағыса эксперттар һәм власть вәкилдәре ҡатнаша.
«Башҡортостан үҙ миҫалында ҡатмарлы, комплекслы мәсьәләләрҙе нисек хәл итергә мөмкин икәнен күрһәтә, мәҫәлән, ҡалдыҡтар менән эш итеү мәсьәләләрендә. Ер участкаларын бүлеү, проекттар тураһында уртаҡ фекергә килеү йәһәтенән мәсьәләләр ҙә тиҙ хәл ителә. Әйткәндәй, 2023 йылда «Йәшел рейтинг»та республика 9-сы урынға күтәрелде», - тип билдәләне Денис Буцаев.
Республика етәксеһе Ҡыйғы районында сүп-сарҙы сорттарға айырыу комплексын файҙаланыуға тапшырыуға рөхсәт бирҙе. Ошо инвестиция проектына 300 миллион һум аҡса һалыу ҡарала.


© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.