

Көйөргәҙе районынан бер туған ағалы-эне махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Республикаға идара итеү үҙәге «Көйөргәҙе» гәзитенә һылтанып хәбәр итеүенсә, «Шайтан» позывнойлы яугир Авдеевка йүнәлешендәге штурм подразделениеһында һуғыша, ә кесеһе, «Рафа», Кременчугта дошман миналарын зарарһыҙландыра.
Яугирҙәрҙе өйҙә ғаиләләре көтә: «Шайтан»дың студент улы һәм ете класта уҡыған ҡыҙы, «Рафа»ның үҫеп еткән улдары һәм фармацевҡа уҡып йөрөгән ҡыҙы.
«Ирем үлгәндән һуң мин улдарымдың алтын ҡулдарына һәм оҫталығына таянып йәшәй инем. Улар бала саҡтан спорт һәм техника менән мауыға. Мәктәптә көрәш менән шөғөлләнделәр, йыл да һабантуйҙа сығыш яһап, бүләкһеҙ ҡайтмайҙар ине. Ә техниканы нисек ярата улар! Был уларға атаһынан күскән. Өлкән улым алты йәшендә, атаһының алдына ултырып, машина йөрөтөргә өйрәнде. Аҙаҡ улдарым тракторҙа, йөк машинаһында, экскаваторҙа йөрөнө. Тәмле итеп икмәк тә бешерә белә улар. Бер ҡасан да эштән ҡайтҡанымды көтөп ултырманылар, өй эштәрен үҙҙәре башҡарып ҡуя торған инеләр!», — ти яугирҙәрҙең әсәһе Сәриә Сәмәрҙән ҡыҙы.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.