10:47 (UTC+5), 09 Апреля 2024

Өфөлә юғалған балаларҙы эҙләгән ирекмәндәр яңы урынға күсеүе хаҡында хәбәр итте

Альмира Давлетбаева

Өфөлә юғалған балаларҙы эҙләү эштәре менән шөғөлләнгән «ЛизаАлерт» отряды ирекмәндәре яңы урынға күсеүе тураһында белдерҙе. Хәҙер эҙләү штабы Шәфиев урамындағы 12/2 -се йортта урынлашҡан.

«Шәфиев урамынан инергә, «Шервуд» торлаҡ комплексы ҡаршыһында (юл аша), ҡапҡанан үтеп, күрһәткестәргә ҡарап атларға кәрәк. Штабтың координаталары: 54.763860, 55.998624», — тиелә социаль селтәрҙәге төркөмдә.

Хәбәр итеүҙәренсә, ташҡынға бәйле «ЛизаАлерт» координаторҙары төндә ирекмәндәрҙе йәлеп итмәй, штаб көндөҙгө эш режимына күсә: көн һайын иртәнге 10-дан киске 10-ға тиклем.

18 йәше тулған өлкән ирекмәндәр кәрәк.

«Юғалған үҫмерҙәрҙе эҙләүҙә ярҙам күрһәтергә теләһәгеҙ, килегеҙ, көтәбеҙ, —тип мөрәжәғәт иттеләр улар яҙылыусыларға. — Кейем формаһы: урман. Уңайлы, йылы, һыу үткәрмәй торған аяҡ кейеме кәрәк. Үҙегеҙ менән телефон, ҡайнар эсемлек, фонарь  алығыҙ. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, сирләп торһағыҙ, эҙләү эшендә ҡатнашыу тыйыла! Үҙегеҙҙе һәм башҡаларҙы һаҡлағыҙ». 

Үҫмерҙәрҙең ҡайҙалығын беләһегеҙ икән, ЛизаАлерт отрядының тәүлек әйләнәһенә эшләгән ҡыҙыу линияһына мөрәжәғәт итегеҙ: 8(800)700-54-52 (бушлай) йәки 112.

Ошо көндәрҙә Башҡортостан Башлығы эҙләү штабына килеп, 30 мартта Өфө ҡалаһында юғалған уҡыусылар Павел Паличев менән Дамир Әҙеһәмовтың ата-әсәләре менән аралашты. Радий Хәбиров шулай уҡ эштәрҙе туҡтатмаҫҡа ҡушты.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-04-09/volontery-zanyatye-poiskom-propavshih-v-ufe-detey-soobschili-o-pereezde-3721431

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика