08:27 (UTC+5), 09 Апреля 2024

Республикала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам саралары реестры булдырыла

Фото: Олег Яровиков
Роман Якимчук

Башҡортостан Дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министрлығы «махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам саралары реестры» дәүләт мәғлүмәт системаһы тураһында положениены раҫлау тураһында хөкүмәт ҡарары проектын әҙерләп, йәмәғәтселеккә фекер алышыуға сығарҙы. Тәҡдимдәр 15 апрелгә тиклем ҡабул ителә.

Һанлы үҫеш министрлығы был системаның технологик операторы, ә «Башҡортостан» махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға республика ярҙам үҙәге уның операторы булыр тип күҙ уңында тотола. Ведомствоға шулай уҡ системаның мәғлүмәтте һаҡлау талаптарына тап килеүен тәьмин итеү өсөн һынауҙар үткәреү бурысы йөкмәтелде.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, әлеге ваҡытта Башҡортостанда яугирҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә 39 ярҙам сараһы ғәмәлдә. 2024 йылда ошо маҡсатҡа 6,1 миллиард һум йүнәлтеү ҡарала. 

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика