
Башҡортостанда 1 июндән етем балаларға кеҫә сығымдарына аҡса бирелә башлай. Был хаҡта үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова хәбәр итте. Тейешле закон Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышының һуңғы ултырышында ҡабул ителде.
«1 июндән 7-10 йәшлек балаларға айына 700 һум, ә өлкәнерәктәренә 1000 һум бирелә. Әлбиттә, был аҡсаны улар тәрбиәселәр ярҙамында тотонорға тейеш. Кемдер үҙенең бәләкәй генә хыялына, кемдер һеңлеһенә шоколадҡа, ҡыҙыҡайға сәскәләргә аҡса йыя башлар», — тине министр.
Яңы закон финанс грамоталылығын тәрбиәләүгә йүнәлтелгән. Балаларҙы бәләкәй саҡтан уҡ аҡсаны дөрөҫ тотонорға өйрәтергә кәрәк.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.