Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.07
+0.33
91.94
+0.04
62.51
+0.52
-2 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Апрель 2024, 12:07

Баш ҡалала Ураҙа байрамында транспорт хәрәкәте сикләнә

Ксения Калинина
Фото: Ксения Калинина

Шаршамбы мосолмандар төп байрамдарының береһен — Ураҙа ғәйетен билдәләй. Ҡала мэрияһының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәренә ярашлы,  шуға бәйле 10 апрелдә таңғы сәғәт 6-нан көндөҙгө 3-кә тиклем Туҡай урамында — Цюрупа урамынан Зәйнулла Рәсүлев урамына хәтлем, шулай уҡ «Ләлә-Тюльпан» мәсете эргәһендә уң һыҙатта транспорт хәрәкәте сикләнә.

Өфөләргә һәм баш ҡала ҡунаҡтарына маршрутты алдан билдәләргә кәңәш бирәләр.

Бынан алдараҡ «Башинформ» мосолмандарҙың нисек киберхаж ҡылыуы тураһында хәбәр иткәйне.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-04-08/v-ufe-v-uraza-bayram-ogranichat-dvizhenie-transporta-3719292

Автор: Дарья Субботина
Читайте нас