10:49 (UTC+5), 05 Апреля 2024

Радий Хәбиров Башҡортостан экологияһы өлкәһендә мөһим ҡарарҙар ҡабул итеү ваҡытын әйтте

Фото: Олег Яровиков
Азат Ғиззәтуллин

«Бында берҙәм коллектив эшләй, беҙ Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең идаралығы менән тирә-яҡ мөхитте һаҡлау өлкәһендә тығыҙ хеҙмәттәшлек итәбеҙ. 2024 һәм 2025 йылдар экология мәсьәләләре йәһәтенән һынылышлы буласаҡ», - тип белдерҙе Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөн, 5 апрелдә, Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Көньяҡ Урал төбәк-ара идаралығында.

Радий Хәбиров тәбиғәтте һаҡлау контроле мәсьәләләре өсөн яуаплы ведомствоның эшмәкәрлеге менән танышты.

Идаралыҡ етәксеһе Роман Болотов һөйләүенсә, республикала федераль күҙәтеүҙең тирә-яҡ мөхиткә кире йоғонто яһаған 3516 объект бар, шуларҙың 100-ҙән ашыуы – беренсе категориялы объекттар. 2024 йылдың аҙағына тиклем улар комплекслы экологик рөхсәт алырға тейеш, әлегә һигеҙ предприятиеның ғына бар.

Комплекслы экологик рөхсәт – Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт тарафынан тирә-яҡ мөхиткә кире йоғонто яһаған объектта хужалыҡ һәм башҡа эшмәкәрлек алып барған юридик берәмеккә йәки шәхси эшҡыуарға бирелә торған һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау өлкәһендә мотлаҡ үтәлергә тейешле талаптарҙы үҙ эсенә алған документ.

2023 йылда тирә-йүнгә кире йоғонто өсөн 243 миллион һум аҡса ингән, был 2022 йыл менән сағыштырғанда 26%  күберәк. Был аҡса республика бюджетына килә һәм тәбиғәтте һаҡлау сараларына йүнәлтелә.

Радий Хәбиров Росприроднадзор идаралығы хеҙмәткәрҙәре менән аралашты, улар республика етәксеһенә рөхсәт биреү һәм контроль-күҙәтеү эшмәкәрлеген алып барыуҙары тураһында һөйләне.

Идаралыҡтың бүлек начальнигы Рөстәм Әхмәҙуллин һүҙҙәренсә, инспекторҙар 2023 йылда 300-ҙән күберәк контроль-күҙәтеү сараһы үткәргән, тәбиғәтте һаҡлау ҡануниәтен боҙоуҙың 300-ҙән ашыу осрағын асыҡлаған. Тәбиғи компоненттарға килтерелгән зыян 1 миллиард һумдан күберәк суммаға баһаланған.

Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү буйынса эш алып барыла.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-04-05/radiy-habirov-nazval-sroki-prinyatiya-serieznyh-resheniy-v-sfere-ekologii-bashkirii-3716268

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика