

Быйыл 1 сентябрҙән Рәсәй мәктәптәрендә өлкән класс уҡыусылары өсөн «Ғаиләне өйрәнеү» тигән яңы предмет индерелә. Рәсәй президенты Владимир Путиндың хөкүмәт ағзалары менән кәңәшмәһендә вице-премьер Татьяна Голикова ошо турала белдерҙе.
«Уны «Мөһим төшөнсәләр тураһында һөйләшеү» йәки кластан тыш эш сиктәрендә индерәбеҙ. Әйткәндәй, был ғәҙәти дәрес түгел. Уҡытыусы менән балалар араһында ғаилә ҡороуға ыңғай ҡараш булдырыуға йүнәлтелгән һөйләшеү булырға тейеш, — тине Татьяна Голикова. — Мәктәп эскәмйәһенән үк ғаилә ҡиммәттәрен формалаштырыуға баҫым яһаясаҡбыҙ».
18-35 йәшлек йәштәрҙең алдына ҡуйған тормош маҡсаттары араһында 71 проценты бәхетле ғаилә ҡороуға, балалар тәрбиәләүгә өҫтөнлөк бирә, шуға күрә был теләкте хуплау бик мөһим, тип билдәләне ул. Хәҙер «Ғаилә» милли проектын булдырыу өҫтөндә эш алып барыла.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.