Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
85.57
+0.16
93.26
+0.09
80.51
-1.86
13+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Апрель , 12:40

Хәрби хәрәкәттәр ветерандарына айлыҡ түләүҙәр автоматик рәүештә күсерелә

Эдуард Ҡусҡарбәков
Фото:Эдуард Ҡусҡарбәков

Хәрби хәрәкәттәр ветерандары айлыҡ түләүҙәрҙе ғаризаһыҙ алырға мөмкин. Тейешле закон проекты хөкүмәттең ыңғай һығымтаһын алды һәм Дәүләт Думаһына индерелде. Был хаҡта Федерация Советы рәйесенең беренсе урынбаҫары, махсус хәрби операция мәсьәләләре буйынса эшсе төркөм етәксеһе Андрей Турчак белдерҙе.

Андрей Турчак билдәләүенсә, хәрби хәрәкәттәр ветераны статусын алған күп кенә яугирҙәр махсус операция биләмәһендә хеҙмәт итә. Шуға күрә яугирҙәр кәрәкле документтарын йыйып, закон буйынса билдәләнгән түләүгә ғариза бирә алмай. Әлеге механизм иһә уларға аҡсаны автоматик рәүештә күсереү мөмкинлеген булдыра.

Бынан алдараҡ «Башинформ» ил президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың мөлкәткә һалым түләүҙән азат ителеүе тураһында хәбәр иткәйне.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2024-04-05/veterany-boevyh-deystviy-mogut-poluchit-ezhemesyachnye-vyplaty-avtomaticheski-3715411

Автор:Эдуард Ҡусҡарбәков
Читайте нас: