Киберислам — диндә яңы заманса йүнәлеш. Икенсе төрлө әйткәндә, виртуаль, цифрлы антропология йәки кибер-этнография. «Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында Рәсәй фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең Раил Кузеев исемендәге Этнологик тикшеренеүҙәр институтының дин ғилеме бүлеге ғалимдары ошо турала һөйләне.
Хәҙерге интернет заманында һанлы технологиялар тормошобоҙҙоң бөтә өлкәләренә лә йоғонто яһай, дин дә ситтә тороп ҡалманы. Киберкиңлек яңы лидерҙар булдыра, блогерҙар дингә әйҙәй. Кибершәйехтәр виртуаль майҙансыҡтарҙа халыҡты ислам дине нигеҙҙәре менән таныштыра. Социаль селтәрҙәрҙә виртуаль берләшмәләр булдырыла. Киберпост, киберхаж кеүек төшөнсәләр ҡулланылышҡа инә бара.
— Шуға күптәр мәсеткә йөрөүҙән туҡтай, үҙемдең кибершәйехем менән кәңәшләшәм, тиҙәр. Беҙ социаль селтәрҙәрҙәге дини төркөмдәрҙе өйрәндек. Унда башлыса дини белеме түбән булған диндарҙар берләшә. Был ҡыҙыҡлы аҙ өйрәнелгән феномен, — тине дин ғилеме бүлегенең өлкән ғилми хеҙмәткәре Зилә Хәбибуллина.
Ғалим әйтеүенсә, Сәғүд Ғәрәбстанында төҙөлгән күп ҡушымталар бар. Улар ярҙамында хатта ентекле комментарийҙар, Ҡөрьән сүрәләре менән виртуаль хаж ҡылырға мөмкин. Ысын хаж ҡылыу — бик ҡиммәт, Өфө мосолманы өсөн ярты миллион һумға төшә, шуға күрә ошондай киберхеҙмәткә лә ихтыяж барлыҡҡа килде.
- Дин — традицион, консерватив күренеш, ислам ҡағиҙәләре быуаттар элек барлыҡҡа килгән, шулай ҙа хәҙерге йәшәү рәүеше ошо өлкәгә лә йоғонто яһай. Бындай тенденциялар бигерәк тә карантин осоронда киң таралды, сөнки ковид пандемияһы ваҡытында күптәр барыһын да виртуаль эшләй башланы, - тип билдәләй ғалим.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.