Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
76.25
-0.72
89.14
-0.87
62.51
+0.52
20+ °C
Облачно
Йәмғиәт
4 Апреля 2024, 12:22

Ураҙа байрамында Өфөлә ғибәҙәт ҡылыу урындары билдәле булды

Быйыл байрам 10 апрелгә тура килә.

Олег ЯровиковОлег Яровиков
Фото:Олег Яровиков

10 апрелдә мосолмандар изге Рамаҙан айында ураҙа тотоуҙың тамамланыуын билдәләй. Был көндө кешеләр бер-береһен ҡунаҡҡа саҡыра, ғәфү үтенә һәм хәйер тарата.

Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, баш ҡалала байрам иртәнге сәғәт 8-ҙән 23 мәсеттә ғибәҙәт ҡылыуҙан башлана. Диндарҙар йәмәғәт намаҙын уҡый һәм вәғәздәр тыңлай. Тура трансляцияны БСТ телеканалында ҡарарға мөмкин.

Шулай уҡ «Башҡортостан» лайфстайл-үҙәге алдындағы майҙанда иртәнге 11-ҙән көндөҙгө 3-кә тиклем сара ойошторола. Программала: концерт, хәләл йәрминкә, балалар анимацияһы, былау менән һыйлау. Инеү ирекле.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-04-04/uraza-bayram-gde-v-ufe-proydut-prazdnichnye-bogosluzheniya-3714937

Автор:Ләйлә Аралбаева
Читайте нас