

Өфөләр март аҙағында уҡ ҡала биләмәләрендә тәртип урынлаштыра башланы — аҙна һайын санитар йомалар үткәрелә. Өфө мэрияһының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәренә ярашлы, санитар таҙартыу һәм төҙөкләндереү айлығы 1 апрелдән 26 майға тиклем бара. Өс дөйөм ҡала өмәһе ойошторола. Беренсеһе был аҙнала, 6 апрелдә, була.
«Хәҙер тәү сираттағы бурыстар — ҡалған ҡарҙы таратыу һәм сүп-сарҙы йыйып алыу. Өмәләр ваҡытында ҡаланың ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигоны барлыҡ предприятиеларҙан һәм ойошмаларҙан сүп-сарҙы бушлай ҡабул итәсәк», — тип хәбәр иттеләр ҡала хакимиәтендә.
Билдәләнеүенсә, төрлө объекттарҙы ҡуртымға алыусылар һәм милекселәр эргә-тирәләге биләмәләрҙе, бигерәк тә «ҡыҙыл һыҙат»тағы участкаларҙы таҙа тоторға бурыслы.
«Һәр кем үҙ ихатаһында, яҡындағы урамда, скверҙа өмәләргә ҡушылырға мөмкин. Халыҡты, эшҡыуарҙарҙы ошо эштән ситтә ҡалмаҫҡа саҡырабыҙ. Күмәк көс менән ҡалабыҙҙы, урамдарҙы һәм ихаталарҙы тағы ла күркәмерәк итә алабыҙ», — тип белдерҙеләр Өфө мэрияһында.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.