Башҡортостанда ғаиләләргә ярҙам итеү, һаулыҡты һаҡлау һәм үҙ-үҙеңде тормошҡа ашырыу өсөн төрлө шарттар булдырылырға тейеш. Ғаилә сәйәсәте, ғаиләне, әсәлекте һәм балалыҡты һаҡлау мәсьәләләре төп урынды биләй. Бында: «Башҡортостанда балалар һау-сәләмәт һәм бәхетле!» - тигән принциптан сығып эш итәбеҙ. Шулай тип белдерҙе республика премьер-министры Андрей Назаров Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙа төбәк хөкүмәтенең йыллыҡ отчеты менән сығыш яһағанда.
- Күп балалыҡ йүнәлешен һаҡлау һәм арттырыу биш йыллыҡ эшебеҙҙең төп һөҙөмтәһе булды. Ил президенты үҙенең мөрәжәғәтнамәһендә билдәләгәнсә, «ишле ғаилә йәмғиәттә нормаға әүерелергә, дәүләт стратегияһының йүнәлеше булырға тейеш». Бөгөн республикала 59 меңдән ашыу күп балалы ғаилә бар. Волга буйында был – беренсе, ә илдә 7-се урын. Маҡсатлы йүнәлеш – ошондай ғаиләләрҙең һанын 10% арттырыу.
Башҡортостанда тыуым кимәле ил буйынса уртаса күрһәткестәргә тулыһынса тап килә – 1000 кешегә 8,7 бала. Сабыйҙар үлеме күрһәткесе ике тапҡырға кәмегән.
Рәсәй президенты иғлан иткән Ғаилә йылында балалар һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн уңайлы, хәүефһеҙ, дуҫтарса мөхит булдырыу эше алып барыла.
Шулай уҡ Андрей Назаров үлем осраҡтарының кәмеүе тураһында белдерҙе. Былтыр әлеге күрһәткес 1000 кешегә 11,7 осраҡ тәшкил иткән. Был иһә 25 йыл эсендә иң түбән кимәл.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.