Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
85.41
-1.14
93.17
-1.2
81.31
-1.06
12+ °C
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Апрель , 12:29

4 апрелдә Өфө аэропортынан Баҡыға тура авиарейстар башлана

Ксения Калинина
Фото:Ксения Калинина

4 апрелдән «ИрАэро» авиакомпанияһы Өфө аэропортынан Азербайжандың баш ҡалаһы Баҡыға осоштарҙы тергеҙә. Каспий диңгеҙе буйындағы ошо ҙур ҡалаға Өфөнән рейстар һәр кесаҙна Sukhoi Superjet 100 самолеттарында башҡарыла. Самолет урындағы ваҡыт буйынса иртәнге 11-ҙә һауаға күтәрелә. Юлға 2 сәғәт 40 минут ваҡыт талап ителә.

Azerbaijan Airlines һәм Utair авиакомпаниялары ла Өфөнән Баҡыға осоштар программаһын туҡтатмай, тип белдерҙеләр баш ҡала аэропортының матбғат хеҙмәтендә.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, «Өфө» аэропорты яҙғы-йәйге теҙмәгә күсә.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-04-03/iz-aeroporta-ufy-s-4-aprelya-vozobnovyat-pryamye-aviareysy-v-baku-3712118

Автор:Дарья Субботина
Читайте нас: