

Махсус хәрби операция биләмәһендә медицина ротаһында хеҙмәт иткән яҡташыбыҙ генерал Шайморатов миҙалына лайыҡ булды. Был турала Октябрьский ҡалаһы хакимиәтенә һылтанма менән Республикаға идара итеү үҙәгенән хәбәр иттеләр.
Операция-яраларҙы бәйләү взводының өлкән шәфҡәт туташы, кесе сержант «Луна» яугирҙәрҙе ҡотҡарғанда күрһәткән ҡыйыулығы һәм батырлығы өсөн ошо юғары награданы алған.
Бынан тыш, яҡташыбыҙ Рәсәй Оборона министрлығының «Хәрби берҙәмлекте нығытҡан өсөн» миҙалы, «Үҙәк» ғәскәрҙәре төркөмө командующийы Андрей Мордвичевтың грамотаһы һәм «Башҡортостан» полкы командиры Роман Мостафиндың рәхмәт хаты менән бүләкләнгән.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.