Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
85.57
+0.16
93.26
+0.09
80.51
-1.86
13+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Апрель , 15:10

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көслө томан хаҡында иҫкәртә

ксения
Фото:ксения

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы граждандарҙы хәүефле метеорологик күренештәр хаҡында иҫкәртә. Мәҫәлән, 2 апрелдә автомобиль юлдарының айырым участкаларында томан төшөүе һәм күреү мөмкинлегенең 500 метрға тиклем насарайыуы көтөлә.

Иртәгә көндөң аяҙлы-болотло булыуы фаразлана. Яуым-төшөмһөҙ, төндә һәм иртән урыны менән томан. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан, тиҙлеге секундына 3-8 метр. Һауа температураһы төндә -2, +3°, көндөҙ +7, +12°.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, Башҡортостанда алдағы көндәрҙең аномаль йылы тороуы фаразлана.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-04-01/mchs-po-bashkirii-preduprezhdaet-o-silnom-tumane-3709165

Автор:Дарья Субботина
Читайте нас: