Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составы тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.
Башҡортостан етәксеһе указында республиканың хеҙмәткә саҡырыу комиссияһының, ҡала һәм райондарҙың саҡырыу комиссияларының төп һәм резерв составы, хәрби иҫәпкә ҡуйғанда, хәрби хеҙмәткә саҡырғанда йәки контракт буйынса хәрби хеҙмәткә ҡабул ителгәндә медицина тикшереүе үткәрергә тейешле ойошмалар исемлеге раҫланды.
Шулай уҡ «Башинформ»да Рәсәй Оборона министрлығының ғилми роталары сафын тулыландырған яҡташтарыбыҙ хаҡында уҡығыҙ.