

Үҙмәшғүл Гөлшат Гузина тыуған яғы Саҡмағошта «Віктәмле» икмәкханаһын асҡан. Уның торттарын, бәлештәрен яҡын-тирәләге ауылдарҙа, ҡалаларҙа яратып алалар, хатта Өфөнән дә киләләр. Был хаҡта Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәге бизнес менән аралашыу төркөмөндә хәбәр ителә.
Гөлшат Гузина оҙаҡ ҡына өйөндә бешеренә, клиенттар туплай, әммә икмәкхана асырға баҙнат итмәй. Һәр яҡлап терәк булған тормош иптәше һәм дәүләт ярҙамы менән хыялын бойомға ашыра. Урындағы «Минең бизнесым» үҙәгендә уға үҙмәшғүллек юлларға, бәләкәй һәм урта бизнесҡа булышлыҡ итеү буйынса муниципаль программала ҡатнашыу өсөн документтар йыйырға ярҙамлашалар. Гөлшат Гузина «Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә «Віктәмле» икмәкханаһы проекты менән таныштыра. Уға ҡорамалдар һатып алыуға сығымдарҙы ҡаплау өсөн аҡса бирелә. Был аҡсаны ул мейес, плитә, ҡамыр баҫҡыс һәм туңдырғыс камера һатып алыуға тотона.
Хәҙер бар ғаилә икмәкханала эшләй. Кондитерҙың киләсәктә шәхси эшҡыуар булып теркәлеү һәм производствоны киңәйтеү: хеҙмәткәрҙәр яллау, глютенһыҙ һәм сүпрәһеҙ ризыҡ бешереү, шулай уҡ кафе асыу ниәттәре менән йәшәй.


© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.