Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.43
-0.02
93.81
+0.58
60.14
+1.22
-10 °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Март 2024, 13:43

1 апрелдән Өфө — Авдон автобус маршруты эшләй башлай

«Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһы
Фото: «Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһы

Дүшәмбе, 1 апрелдән, 122-се Өфө — Авдон даими ҡала яны маршруты эшләй башлай, тип хәбәр иттеләр «Башавтотранс» предприятиеһынан.

Автобустар «Көньяҡ» автовокзал менән «Авдон» туҡталышы араһында көн һайын йөрөйәсәк.

Эш көндәрендә автобустар Авдондан — таңғы 6-ла, Өфөнән — 8-се 25 минутта, ялдарҙа иһә ярты сәғәткә һуңыраҡ ҡуҙғала.

Авдон Өфөнән 20 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан, унда 6 меңгә яҡын кеше йәшәй. Ҡасаба янындараҡ тимер юл станцияһы ла бар.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-03-29/s-1-aprelya-zapuskaetsya-avtobusnyy-marshrut-ufa-avdon-3706532

Автор: Элина Әхмәтова
Читайте нас