07:17 (UTC+5), 26 Марта 2024

Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан Ҡушайҙағы янғында зыян күреүселәрҙең хәле тураһында хәбәр иттеләр

Фото: Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министрлығы
Дарья Субботина

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, Әбйәлил районының Ҡушай ауылындағы янғында зыян күргәндәрҙе ашығыс ярҙам машиналары менән Асҡар дауаханаһына килтергәндәр.

«Табиптар уларҙы реанимация бүлегенә һалған. Дауалау тактикаһы буйынса Республика тән бешеү үҙәге белгестәре менән кәңәшләшелгән. Дүрт кешенең, шул иҫәптән өс баланың һәм йөклө ҡатындың хәле ауыр, әммә тотороҡло тип баһалана. Бер өлкән пациенттың хәле хәле — уртаса ауырлыҡта», — тип хәбәр иттеләр ведомствонан.

Бөгөн, 26 мартта, Асҡар үҙәк район дауаханаһына ике реанимобиль  юлланды. Пациенттарҙы комбустиологтар, реаниматологтар тикшерәсәк, шунан һуң уларҙы республика тән бешеү үҙәгенә оҙатыу мәсьәләһе хәл ителәсәк, тип билдәләнеләр министрлыҡта.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-03-26/v-minzdrave-bashkirii-soobschili-o-sostoyanii-postradavshih-pri-pozhare-v-kusheevo-3701340

Башҡортостан Республикаһы буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығыБашҡортостан Республикаһы буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы
Фото: Башҡортостан Республикаһы буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика