

Шишмә районының Күсем ауылынан ҡымыҙ бешеүсе Флүр Йосопов 25 йыл башҡорт тоҡомло аттар үрсетеү менән шөғөлләнә. Уның ҙур хужалығында 130 ат, шул иҫәптән 80 һауын бейә бар. Был хаҡта социаль селтәрҙә Радий Хәбировтың бизнес менән аралашыу төркөмөндә Шишмә районының бизнес-шерифы Руслан Уразмәтов хәбәр итте.
2023 йылда эшҡыуар йылҡы малы тоҡомон яңыртыу өсөн алты айғыр һатып алған, шуларҙың дүртәүһе – башҡорт тоҡомло һәм ике йөк аты. Муниципаль программа ярҙамында ул үҙенең сығымдарын ҡаплауға 500 мең һум субсидияға эйә булған. Хәҙер Флүр Йосопов яңы идея өҫтөндә эшләй. Яҡын киләсәктә ул ит эшкәртеү өсөн махсус ҡорамалдар һатып алып, деликатестар етештереү эшен яйға һалырға ниәтләй. Үҙенең идеяларын бойомға ашырыу өсөн эшҡыуар ярҙам һорап мөрәжәғәт итергә уйлай.


© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.