Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.74
-0.41
91.9
+0.06
62.51
+0.52
-9 °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Март 2024, 17:28

Республикала зубрҙарҙы карантиндан сығарҙылар

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы
Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы

19 мартта «Мораҙым тарлауығы» тәбиғәт паркында декабрҙә Белоруссиянан килтерелгән туғыҙ зубрҙы вольерҙан тәбиғәткә сығарҙылар. Хәҙер улар ҡырағай тәбиғәттә йәшәй. Был хаҡта Росприроднадзорҙан хәбәр иттеләр.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, тәүге тапҡыр зубрҙарҙы Башҡортостанға уҙған йылдың майында алып килделәр. Уларҙы Күгәрсен районындағы «Мораҙым тарлауығы» тәбиғәт паркы менән сиктәш Ыҡ дәүләт зоология заказнигы биләмәһендә урынлаштырҙылар. Март башында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров малҡайҙар янына барып ҡайтты.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-03-20/v-bashkirii-zubrov-vypustili-iz-karantina-3693821

Читайте нас