Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
0
91.98
0
62.51
+0.52
-2 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Март 2024, 13:11

Өфө балаларын «Төп-Модель Өфө-2024» турнирында ҡатнашырға саҡыралар

Өфө балаларын «Төп-Модель Өфө-2024» республика дефиле турнирында ҡатнашырға саҡыралар. Сараны ойоштороусы Айгөл Үтәгәнова хәбәр итеүенсә, турнир 24 апрелдә «Алтын һыуһар» матурлыҡ һәм һаулыҡ индустрияһы конкурсы сиктәрендә уҙғарыла.  

Ике йәш категорияһындағы малайҙар һәм ҡыҙҙар саҡырыла:

  • 5-10 йәш,
  • 11-17 йәш.

Ике йәш категорияһында ла еңеү яулаған ҡыҙҙарға 10 һәм 50 мең һумлыҡ аҡсалата бүләктәр тапшырыла. Ә малайҙарға -  фотосессия сертификаттары.

Баш ҡаланың 450 йыллығына арналған сара Өфө хакимиәте булышлығында үткәрелә. Конкурс тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте һәм положениены рәсми төркөмдә табырға мөмкин.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-03-19/detey-ufy-priglashayut-k-uchastiyu-v-turnire-po-defile-t-p-model-f-2024-3692424

Автор: Ләйлә Аралбаева
Читайте нас