Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
+0.96
91.84
+1.05
62.51
+0.52
-8 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Март 2024, 11:22

Башҡортостанда Мортаза Рәхимов исемендәге гимназияла капиталь ремонт башланды

Күмертау ҡалаһының Мортаза Рәхимов исемендәге 3-сө башҡорт республика гимназия-интернатында уҡыу корпусын капиталь ремонтлау башланды. Төҙөүселәр икенсе аҙна инде һүтеү эштәре менән шөғөлләнә.

Төҙөкләндереү «Мәктәп белем биреү системаһын яңыртыу» федераль программаһына ярашлы бара, тип хәбәр итте мәктәп директоры Шайморат Тимербулатов.

Гимназия бинаһы 1959 йылда төҙөлгән, уҡыу корпусына икенсе тапҡыр капиталь ремонт эшләйҙәр.

Төҙөлөш эштәрен яңы уҡыу йылы башланғансы тамамлау планлаштырыла.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-03-19/v-bashkirii-nachalsya-kapremont-zdaniya-gimnazii-imeni-murtazy-rahimova-3692465

Автор: Ләйлә Аралбаева
Читайте нас