Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
85.41
-1.14
93.17
-1.2
81.31
-1.06
12+ °C
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Март , 12:21

«Салауат Юлаев»тың тренеры Константин Кольцов вафат

«Салауат Юлаев» хоккей клубының матбуғат хеҙмәте
Фото:«Салауат Юлаев» хоккей клубының матбуғат хеҙмәте

2011 йылда «Салауат Юлаев» командаһы составында Гагарин кубогын яулаған Константин Кольцов 43-сө йәшендә вафат булған. Был турала «Салауат Юлаев» хоккей клубының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.

«Салауат Юлаев»тың тренеры Константин Кольцов арабыҙҙан китте, — тиелә хоккей клубының матбуғат хеҙмәте белдереүендә. — Ул бик көслө һәм тормошто ярата ине. Уны уйынсылар, коллегалары, көйәрмәндәр ихтирам итте. Константин Евгеньевич үҙенең исемен мәңгелеккә беҙҙең клуб тарихына яҙҙы. Кольцов «Салауат Юлаев» составында Рәсәй чемпионатында һәм Гагарин кубогында еңеү яуланы, команданың тренерҙар штабында ҙур эш башҡарҙы».

«Салауат Юлаев» хоккей клубы Константин Кольцовтың туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Константин Кольцов 2022 йылдың йәйендә «Салауат Юлаев»тың тренерҙар штабына инде.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-03-19/umer-trener-salavata-yulaeva-konstantin-koltsov-3691201

Автор:Галина Бахшиева
Читайте нас: