Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
90.99
0
98.78
0
83.96
+0.69
12+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Март , 10:32

Республика синоптиктары алдағы көндәргә һауа торошо менән таныштырҙы

Галина Бахшиева
Фото:Галина Бахшиева

Башҡортостан синоптиктары алдағы өс көнгә һауа торошо менән таныштырҙы. Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн Башҡортостанда яуым-төшөмһөҙ. Ел төньяҡтан талғын. Һауа температураһы көндөҙ -1,+4, таулы райондарҙа +9 градус.

Шаршамбы, 20 мартта, республикала яуым-төшөм көтөлмәй. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, талғын. Һауа температураһы төндә -8, -13 градус, урыны менән -18, көндөҙ -1, +4 градус, таулы райондарҙа +9 градусҡа тиклем.

Кесаҙна, 21 мартта, һауа торошо әллә ни үҙгәрмәй. Яуым-төшөмһөҙ. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, талғын. Һауа температураһы төндә -8, -13 градус, урыны менән -18, көндөҙ -1, +4 градус, таулы райондарҙа +9 градус.

Башҡортостан гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү идаралығы етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Анна Козаева белдереүенсә, ташҡын алдағы йылдарға ҡарағанда нығыраҡ булыуы ихтимал, тип хәбәр иткәйне Башинформ. Ағиҙел йылғаһы бассейнында ҡар запастары уртаса күп йыллыҡ күрһәткестәрҙән 6-27% күберәк.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-03-19/sinoptiki-bashkirii-rasskazali-o-pogode-na-blizhayshie-dni-3691195

Автор:Галина Бахшиева
Читайте нас: