Башҡортостанда «Рәхмәт» акцияһында ҡатнашыу өсөн билетты 17 мартта төн уртаһына тиклем теркәргә мөмкин. Был турала һайлау буйынса йәмәғәт матбуғат үҙәгендә акция вәкиле Римма Бикмурзина белдерҙе.
Уның һүҙҙәренсә, әлеге ваҡытта 2,7 миллион QR-билет таратылған, шуның 1,3 миллионы теркәлгән.
Суперприздар һуңыраҡ уйнатыла, тип билдәләне Бикмурзина.
Хәбәр иткәнебеҙсә, «Рәхмат102.рф» сайты хакерҙар һөжүменә дусар ителде.