Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.74
-0.41
91.9
+0.06
62.51
+0.52
-5 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Март 2024, 11:49

Республиканың һайлау участкаларында «Рәхмәт-2024» акцияһы башланды

Башҡортостанда һайлау участкаларында «Рәхмәт-2024» акцияһы башланды. Рәсәй президентын һайлауҙа беренсе булып тауыш биреүселәр ирекмәндәрҙән приздар уйнатыуҙа ҡатнашыу өсөн билеттар алды ла инде.

Ойоштороусылар әйтеүенсә, отош 15 марттан 17-һенә тиклем үткәрелә. Бүләктәр исемлегендә смартфондар, ноутбуктар, кофемашиналар, электр самокаттары, сертификаттар һәм башҡа бик күп ҡиммәтле бүләктәр бар.

Акцияның суперприздары — Өфөлә фатир, автомобиль, шулай уҡ Сочиҙа һәм Башҡортостан шифаханаларында ял.

Бүләк уйнатыуҙа ҡатнашыу өсөн һайлау участкаһынан сыҡҡанда билет алырға, рәхмат102.рф сайтына һылтанма булған һигеҙ һанлы QR-кодты сканерларға һәм уны теркәргә кәрәк.

Бүләктәр көнөнә ике тапҡыр уйнатыла. Еңеүселәр һәм отҡан приздар тураһында мәғлүмәтте акцияның сайтында табырға мөмкин.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-03-15/v-bashkirii-v-izbiratelnyh-uchastkah-startovala-aktsiya-rahmat-2024-3682354

Автор: Әлфиә Әһлиуллина
Читайте нас