

13 мартта Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Яңы проекттарҙы үҫтереү буйынса стратегик башланғыстар агентлығының генераль директоры Светлана Чупшева менән осрашты. Ул баш ҡалабыҙҙа уҙған «Ил өсөн көслө идеялар» форумында ҡатнашты.
2023 йылда Башҡортостан иҡтисадына инвестициялар күләме тәүге тапҡыр 620 миллиард һумға етте, тип белдерҙе Радий Хәбиров. Күрһәткес 2022 йылғы кимәлдән 7,6 процентҡа юғарыраҡ. Инвестициялар күләме буйынса республикабыҙ Волга буйы федераль округында өсөнсө урынды биләй. Был күп йәһәттән республиканың эшҡыуарлыҡты үҫтереү, бизнесты алып барыу өсөн уңайлы шарттар булдырыу буйынса идара итеү командаһы эшенең һөҙөмтәһе.
Стратегик башланғыстар агентлығының генераль директоры республика инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында алдынғы позицияларын билдәләне. Башҡортостан инвестициялар үҫеше йәһәтенән ыңғай динамика күрһәтә һәм инвестиция ҡеүәтен арттырыу өсөн бөтә мөмкинлектәре бар.
Республика икенсе йыл рәттән Рәсәйҙең «Яңы заман өсөн көслө идеялар» форумына килгән идеялар һаны буйынса лидер булып тора, тип өҫтәне Светлана Чупшева. Иң күп проекттар (3,7 мең) – Башҡортостан халҡынан. Республикабыҙҙан тәүге 1000 башланғыста – 49, тәүге 100-ҙә иһә биш идея. Улар иҫәбендә Наталья Агееваның идеяһы ла бар. Яҡташыбыҙ Рәсәй президентына ҡатын-ҡыҙҙарға бәпес тапҡандан һуң ярҙам күрһәтеү проектын тәҡдим иткән.
Стратегик башланғыстар агентлығының генераль директоры республика эшҡыуарҙар берләшмәһенең әүҙемлеген билдәләне. Башҡортостан Рәсәй төбәктәре араһында ғариазалар һаны буйынса икенсе урынды биләй.
Радий Хәбиров Стратегик башланғыстар агентлығы командаһына республиканың инвестицион мөхитен яҡшыртыу һәм халыҡтың йәшәү сифатын күтәреү мәсьәләләрендә республика менән тығыҙ хеҙмәттәшлеге өсөн рәхмәт белдерҙе. Башҡортостанда иң яҡшы йәмәғәт башланғыстарын да әүҙем үҫтерәләр, тип билдәләне республика етәксеһе. Йыл һайын уларға грант ярҙамы өсөн 300 миллион һум бүленә.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.