13:24 (UTC+5), 14 Марта 2024

Апрелдә Башҡортостанда яҙғы һунар миҙгеле асыла

Фото: Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы
Роман Якимчук

Башҡортостанда ҡоштарға яҙғы һунар миҙгеле асыла. Республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, һунар итеү ваҡыты һунар урынына бәйле.

Мәҫәлән, беренсе зонала (Әлшәй, Ауырғазы, Баймаҡ, Баҡалы, Бәләбәй, Бишбүләк, Благовар, Бүздәк, Дәүләкән, Йәрмәкәй, Ейәнсура, Күгәрсен, Кушнаренко, Көйөргәҙе, Мәләүез, Миәкә, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Федоровка, Хәйбулла, Шишмә, Шаран райондары) ҡаҙҙарға, ата өйрәктәргә — 12 апрелдән 21-енә, ә ҡурпысыҡҡа, шулай уҡ ата һуйыр менән ҡорға 20 апрелдән 29-ына тиклем һунар итергә мөмкин.

Икенсе зонала (Әбйәлил, Архангел, Асҡын, Балтас, Балаҡатай, Бөрө, Благовещен, Борай, Бөрйән, Ғафури, Дыуан, Дүртөйлө, Йылайыр, Иглин, Илеш, Ишембай, Ҡалтасы, Ҡариҙел, Ҡырмыҫҡалы, Ҡыйғы, Краснокама, Мәсетле, Мишкә, Нуриман, Салауат, Тәтешле, Учалы, Саҡмағош, Яңауыл райондары) ҡаҙҙарға, ата өйрәктәргә — 19 апрелдән 28-нә, ә ҡурпысыҡҡа, шулай уҡ ата һуйыр менән ҡорға 27 апрелдән 6 майға хәтлем һунар рөхсәт ителә.

Өсөнсө зонала (Белорет районында) ҡаҙҙарға, ата өйрәктәргә — 26 апрелдән 5 майға тиклем, ҡурпысыҡҡа, шулай уҡ ата һуйыр менән ҡорға 27 апрелдән 6 майға ҡәҙәр һунар итергә була.

Бынан тыш, 13 апрелдән 12 майға тиклем тере өйрәктәр менән һунар рөхсәт ителә.

Һунар итеү өсөн махсус рөхсәт алырға кәрәк. Һунар ваҡытында ҡош-ҡортто эҙәрлекләү маҡсатында йөҙөү сараларын ҡулланыу тыйыла.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-03-14/v-aprele-v-bashkirii-otkroetsya-sezon-vesenney-ohoty-3681112

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика