Өфө хакимиәтенең ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре идаралығы баш ҡаланың Орджоникидзе һәм Калинин райондарында урынлашҡан торлаҡ һәм торлаҡ булмаған биналарҙы муниципаль ихтыяждар өсөн тартып алыу тураһында ҡарарҙар баҫтырып сығарҙы.
Бында һүҙ Яңы Черкассы ҡасабаһында Ю.Гагарин урамындағы 13-сө һәм 16-сы йорттар, Азатлыҡ урамындағы 52-се һәм 54-се йорттар, Май урамы, 9 һәм 9а, Фурманов урамы, 15, Ҡулса урамы,144,146,146 а, 148, Мәсетле урамы, 1, 7, 11а, 12-се йорттар тураһында бара. Ошо авария хәлендә тип танылған йорттар һүтелергә тейеш. Ҡуртымға алыусыларға йәки милекселәргә яңы торлаҡ бирелә йәки уларға фатирҙарының хаҡы ҡайтарыла.