

Республика «Экология» милли проектының «Таҙа ил»федераль проекты сиктәрендә сараларҙы тормошҡа ашырыу буйынса лидер төбәктәр иҫәбенә инде. Был турала «Российская газета» баҫмаһына биргән интервьюһында илдең тәбиғәт ресурстары һәм экология министры урынбаҫары Морат Кәримов һөйләне.
Биш йылда «Таҙа ил» федераль проекты сиктәрендә Рәсәйҙә ҡалалар ситендәге рөхсәтһеҙ 128 сүплек һәм 80 хәүефле объект юҡ ителгән (уларҙың янында 15 миллион кеше йәшәй), 2,2 мең гектар ер таҙартылған. Башҡортостанда 2023 йылда Баймаҡ, Благовещен, Дәүләкән, Сибай һәм Стәрлетамаҡ ҡалалары ситендә урынлашҡан 5 рөхсәтһеҙ ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар сүплеге бөтөрөлгән. Был маҡсатҡа 2 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән. Быйыл Күмертау ҡалаһындағы сүплекте бөтөрөү эштәре тамамланырға тейеш. Һөҙөмтәлә 468 мең кешенең йәшәү сифаты яҡшырыр тип көтөлә.
Бынан алдараҡ «Башинформ» 2024 йылда Башҡортостанда 229 законһыҙ сүплекте юҡ итеүҙәре хаҡында хәбәр иткәйне.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.