Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
85.57
+0.16
93.26
+0.09
80.51
-1.86
13+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Март , 15:44

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы томан тураһында иҫкәртә

Ксения Калинина
Фото:Ксения Калинина

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәренә һылтанма менән республика халҡын 13 мартта иртән һәм көндөҙ төбәктә урыны менән томан төшөүе, 500 метрҙан күреү мөмкинлегенең кәмеүе хаҡында иҫкәртә.

Иртәгә бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -8, -13°, көньяҡ-көнсығышта -15, -20°, көндөҙ -1, -6°.

Бынан алда «Башинформ» республикала һалҡын һәм ҡарлы һауа торошо хаҡында хәбәр иткәйне.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-03-12/mchs-po-bashkirii-preduprezhdaet-o-tumane-3678360

Автор:Дарья Субботина
Читайте нас: