17:24 (UTC+5), 12 Март 2024

Башҡортостанда оло йәштәге инәй яугирҙәр өсөн йылы әйберҙәр бәйләй

Альмира Давлетбаева

Бәләбәй районының Аҡбаҫар ауылынан хаҡлы ялдағы Гөлсөм Шафиҡова махсус операцияла ҡатнашыусылар өсөн йылы әйберҙәр бәйләй. Республика менән идара итеү үҙәгенән муниципалитет башлығы Азат Сәхәбиевҡа һылтанып хәбәр итеүҙәренсә, 83 йәшлек инәйҙең бер нисә пар йылы ойоғо әҙер. 

«Мин бар күңелемде һалып бәйләйем. Ә һалдаттар өсөн бигерәк тә. Өйҙәренә иҫән-һау әйләнеп ҡайтһындар тип кенә теләйем. Минән бер кем дә һораманы, мәжбүр итмәне. Беҙ булмаһаҡ, кем? Яугирҙәребеҙ уларҙы онотмауҙарын, яратыуҙарын һәм өйҙә көтөүҙәрен белһен», — ти Гөлсөм Шафиҡова.

Әйткәндәй, уның ике улы ла Чечняны үткән, өс ейәне армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡан, ә дүртенсеһе быйыл яҙғы саҡырылышта ил алдындағы бурысын үтәргә юллана.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2024-03-12/pozhilaya-zhenschina-v-bashkirii-vyazhet-teplye-veschi-dlya-boytsov-svo-3678530

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика