Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә шаршамбыға тиклем махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың туғандарынан килгән һорауҙарға яуаптар әҙерләргә ҡушты.
«Уҙған аҙнала беҙ Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөн билдәләнек, муниципалитеттарҙа ла уны ойошҡанлы итеп үткәргәндәрҙер тип ышанам. Республика кимәлендә саралар күп булды. Беҙ тантаналы республика ултырышын үткәрҙек, шунан һуң беҙҙең гүзәл зат вәкилдәре менән аралашыу мөмкинлеге булды, улар араһында хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең хәләл ефеттәре, әсәләре, һәләк булған яугирҙәрҙең яҡындары бар ине. Һорауҙар бик күп: кемдеңдер һаманғаса түләүҙәре, кемдеңдер документтары юҡ, кемдер шәфҡәтһеҙлеккә зарлана. Мин сәғәт ярым уларҙың һорауҙарына яуап бирҙем, ә шуларҙың күбеһен муниципалитеттар кимәлендә хәл итергә мөмкин.
Шаршамбыға барлыҡ мөрәжәғәттәрҙе тәртипкә килтереүегеҙҙе һорайым. Мин уларҙы ҡарармын да бойороҡҡа ҡул ҡуйырмын», — тине Радий Хәбиров, үҙенең хакимиәте етәксеһе Максим Забелинға мөрәжәғәт итеп.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.