Башҡортостан Башлығы хөкүмәттең оператив кәңәшмәһеендә республика мосолмандарын изге Рамаҙан айы башланыуы менән ҡотланы.
- Кисә ҡояш байыу менән Рамаҙан айы башланды. Мин Башҡортостандың барлыҡ мосолмандарын ихлас ҡотлайым, беҙҙә улар бик күп. Ошо изге айҙа төрлө сикләүҙәр бар, әммә иң мөһиме - яҡты уйҙар һәм изге эштәр, - тип билдәләне Радий Хәбиров. - Бар уйыбыҙ - ир-егеттәребеҙ хаҡында, хәҙер улар өсөн доға ҡылырбыҙ. Һәр ғаиләгә тыныслыҡ һәм именлек килһен.