

Октябрьскийҙан махсус операцияла ҡатнашҡан «Ярый» позывнойлы яугир генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге миҙал менән бүләкләнде. Өлкән лейтенантҡа уны Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операция зонаһына барған ваҡытта тапшырҙы, тип хәбәр итә Республикаға идара итеү үҙәге ҡала мэры Алексей Пальчинскийға һылтанма менән.
Билдәле булыуынса, ир-уҙаман ротаға 2022 йылдың октябренән етәкселек итә, үҙен көслө һәм талапсан итеп күрһәтә.
«Ротала һәм батальонда уны бик хөрмәт итәләр. Мин уның холҡондағы ике һыҙат тураһында әйтеп үтергә теләйем. Беренсеһе — ғәҙәттән тыш хәлдәр килеп тыуғанда ул һәр ваҡыт тыныс. Икенсеһе — ул һәр саҡ үҙенең иптәштәрен яҡлай. Күптән түгел «Ярый»ҙың улы тыуҙы. Ул әлегә кескәй генә, әммә тиҙҙән үҫеп етеп, атаһы менән ғорурланасаҡ, сөнки уның атаһы — ысын герой», — тип яҙа Октябрьский хакимиәте етәксеһе.
Бынан алдараҡ махсус операцияла ҡатнашыусыларға Башҡортостандан ҙур гуманитар ылау оҙатылды.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.