«Һеҙ ҡағылған һәр бер нәмә, үҙегеҙҙе бағышлаған һәр эш иҫ киткес матурлыҡҡа төрөнә. Беҙҙең өсөн төп ҡиммәттәр — мөхәббәт, тоғролоҡ, ғаилә усағының йылыһы һеҙҙең менән бәйле», — тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, республика ҡатын-ҡыҙҙарын яҙ һәм мөхәббәт байрамы — Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ҡотлап. Тантаналы сара Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында уҙҙы.
«Президентыбыҙ Владимир Путин үҙенең һуңғы Мөрәжәғәтнамәһендә билдәләүенсә, ишле ғаилә беҙҙең өсөн нормаға әүерелергә тейеш. Балалы ғаиләләрҙең йәшәү сифатын яҡшыртыу, тыуымды арттырыу өсөн ғаилә йылында яңы «Ғаилә» милли проекты башлана.
Башҡортостан — илдә күп ғаиләле төбәктәрҙең береһе. Әйткәндәй, 470 меңдән ашыу ғаиләнең 59 меңе — ишле. Бөгөн арабыҙҙа күп балалы әсәйҙәр ҙә бар. Әйҙәгеҙ, уларҙы йылы һүҙҙәр менән сәләмләйек! Былтыр ғына 6 әсә «Герой-әсә» тигән мәртәбәле исемгә лайыҡ булды. Ике ғаилә «Ата-әсәлек даны» ордены менән бүләкләнһә, 14 ғаилә ошо ордендың миҙалын алды. Һеҙ — беҙҙең ғорурлығыбыҙ», — тине Радий Хәбиров.
Илебеҙ хәҙер ҡатмарлы тарихи саҡырыуҙарға лайыҡлы яуап бирә, тип билдәләне республика башлығы. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың сабырлығы һәм хәстәрлеге менән беҙ «Башҡортостан» тип аталған ҙур һәм дуҫ ғаиләне нығыттыҡ.
«Һеҙ балаларығыҙҙы Тыуған иле һағына баҫырға әҙер патриоттар итеп үҫтерәһегеҙ. Рәхмәт һеҙгә. Беҙ барыбыҙ ҙа, бигерәк тә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың әсәләре, ҡатындары, ҡыҙҙары яҡындарының еңеү менән әйләнеп ҡайтыуҙарын көтә. Ҡатын-ҡыҙҙар ғына бының ни тиклем ҡыйын икәнен аңлай.
Бөгөн беҙҙең яугирҙәр хәрби бурыстарҙы лайыҡлы үтәй, ҡыйыулыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәтә. Һигеҙ яҡташыбыҙ «Рәсәй Геройы» йондоҙона лайыҡ булды. Геройҙарҙың әсәләре һәм хәләл ефеттәре бөгөн беҙҙең менән, ошо залда. Ошондай батыр улдарығыҙ өсөн һеҙҙең алда баш эйәбеҙ!
Беҙ ут аҫтынан яралы һалдаттарҙы алып сыҡҡан, госпиталдәрҙә дауалаған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға — табиптарға һәм шәфҡәт туташтарына рәхмәт әйтәбеҙ», — тине Радий Хәбиров.
Йөҙгә яҡын гүзәл зат ауыл биләмәләре башлыҡтары булып эшләй. Дүрт районда ҡатын-ҡыҙҙар хакимиәтте етәкләй. Улар, йорт хужабикәләре кеүек, үҙ биләмәләрендә тәртип урынлаштыра. Шул уҡ ваҡытта ғаилә усағын ҡәҙерләп һаҡлай.
«Ҡәҙерле ҡатын-ҡыҙҙар!
Барығыҙға ла уңыштар, ғаилә именлеге, ҡыуаныстар теләйем! Байрам менән», — тине республика етәксеһе.
Радий Хәбиров гүзәл зат вәкилдәренә Башҡортостандың дәүләт наградаларын да тапшырҙы.
Ҡатын-ҡыҙҙар байрамына арналған тантаналы сарала ҡатнашыусылар шулай уҡ Башҡортостан сәнғәт оҫталарының байрам концертын ҡараны.
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.
Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.
18+ запрещено для детей.