Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
85.57
+0.16
93.26
+0.09
80.51
-1.86
13+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Март , 14:03

Уҙған йылда Башҡортостан судьялары 1,3 миллион эште ҡараған

Олег Яровиков
Фото:Олег Яровиков

Бөгөн, 6 мартта, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2023 йылдағы эш йомғаҡтары буйынса республиканың район, район-ара, ҡала судтары рәйестәре һәм рәйес урынбаҫарҙары менән кәңәшмәлә ҡатнашты.

Республика етәксеһе судьяларҙың хеҙмәтен юғары баһалауын һәм хөрмәт итеүен билдәләне. Уларҙың эше – ысын булмыш, дәүләткә, йәмғиәткә һәм граждандарға яуаплы хеҙмәт итеү. Ул закондарҙы, хоҡуҡ ҡулланыу практикаһын тәрән белеүҙе генә түгел, ә юғары әхлаҡи сифаттарҙы, кешеләрҙе тыңлай белеү һәләтен дә талап итә.

«Йыл һайын республика судьялары бик күп эштәрҙе ҡарай. Былтыр ғына – 1 миллион 336 мең. Бер судьяға айына 90 эш – беҙҙең район судтары илдә өсөнсө, ә Волга буйы федераль округында икенсе урында тора. Мировой судьяларҙың да йөкләмәһе юғары, былтыр улар миллионға яҡын гражданлыҡ, енәйәт, административ эштәр һәм материалдарҙы ҡараған. Суд процесына һанлы технологияларҙы әүҙем индерәһегеҙ, был бик мөһим.  Видеоэлемтә, веб-конференциялар ҡулланыу, «Ғәҙеллек» электрон системаһы аша судҡа мөрәжәғәт итеү мөмкинлеге – былар барыһы ла эштәрҙе оператив рәүештә ҡарау, судьяларҙың йөкләмәһен кәметеү, суд яҡлауына хоҡуҡты тормошҡа ашырыу өсөн һөҙөмтәле ҡоралдар», – тип билдәләне Радий Хәбиров.

Уның һүҙҙәренсә, бөгөн махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам күрһәтеүгә өҫтөнлөк бирелә.

«Беҙ ҡулдарына ҡорал алып Ватан һағына баҫҡан яҡташтарыбыҙ менән ғорурланабыҙ. Улар араһында уҡытыусылар, инженерҙар, аграрийҙар, етәкселәр, депутаттар, дәүләт хеҙмәткәрҙәре, журналистар бар. Коллегағыҙ, республиканың Юғары Суды хеҙмәткәре лә хәрби форма кейҙе. Бөгөн тормоштоң тиҙ үҙгәреүен күрәбеҙ. Шул уҡ ваҡытта законға һәм ғәҙеллеккә хеҙмәт итеү суд эшмәкәрлегендә һәр саҡ төп принцип булып ҡала. Башҡортостан судьялары өлкән быуын коллегаларының традицияларын лайыҡлы дауам итә. Һеҙҙең юғары һөнәри оҫталығығыҙ артабан да республикала суд власының абруйын нығытыр тип ышанам», – тип йомғаҡ яһаны Башҡортостан Башлығы.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-03-06/sudyami-bashkirii-za-proshlyy-god-rassmotreno-1-3-milliona-del-3671285

Автор:Азат Ғиззәтуллин
Читайте нас: