05:45 (UTC+5), 05 Март 2024

Өфөлә «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы» республика конкурсы башланды

Әлфиә Әһлиуллина

Ошо көндәрҙә Башҡортостандың мәғарифты үҫтереү институтында «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы» республика конкурсын һәм «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» төбәк-ара конкурсын асыу тантанаһы үтте. Республика Мәғариф министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, ике һөнәри конкурста төрлө фәндәрҙән белем биргән 207 уҡытыусы ҡатнаша.

«Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы» республика конкурсы быйыл 34-се тапҡыр уҙғарыла. Ул «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы», «Рус теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы», «Татар теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» һәм «Йәш уҡытыусы» конкурстарын үҙ эсенә ала.

2024 йылда «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы» бәйгеһендә 65 конкурсант үҙ көсөн һынай. «Рус теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» исеме өсөн 34 рус әҙәбиәте белгесе көрәшһә. «Татар теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» конкурсында — 8, ә «Йәш уҡытыусы» конкурсында 45 педагог ҡатнаша.

Алда ҡатнашыусыларҙы дүрт конкурс туры көтә.

Бөгөн, 5 мартта, Өфө мәктәптәрендә һәм М.Аҡмулла исемендәге ЮДПУ технопаркында «Уҡыусылар менән һөйләшеү» конкурс һынауы башлана.

«Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» төбәк-ара конкурсы 29-сы тапҡыр ойошторола. Унда Башҡортостандан һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән 55 уҡытыусы ҡатнаша.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2023 йылда Өфөнөң А.Ш. Фәйзуллин исемендәге 39-сы гимназияһының математика уҡытыусыһы Артем Баянов «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы» конкурсында еңеү яуланы.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-03-05/v-ufe-startoval-respublikanskiy-konkurs-uchitel-goda-bashkortostana-3668925

 

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика