Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-23 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Март 2024, 15:55

Башҡортостанда йәнә -20 градусҡаса һыуыта

Алдағы көндәрҙә Башҡортостанда йәнә 20 градус һыуыҡ була. Башгидромет хәбәр итеүенсә, бөгөн төндә үк ҡайһы бер райондарҙа температура -17 градусҡа тиклем түбәнәйә.

6 мартта көндөҙ урыны менән бер аҙ ҡар яуыуы ихтимал. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы көндөҙ -2,-7 градус була.

Кесе йома, 7 мартта, урыны менән бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә -12,-17, аяҙытҡанда -20,-25, көндөҙ -4,-9 градус.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-03-05/v-bashkiriyu-vnov-vernutsya-20-gradusnye-morozy-3670112

 

Автор: Әлфиә Әһлиуллина
Читайте нас