Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
76.97
0
90.01
0
62.51
+0.52
14+ °C
Дождь
Йәмғиәт
5 Марта 2024, 06:32

Башҡортостанда тәбиғәт парктарына инеү хаҡы билдәле булды

«Ирәмәл» тәбиғәт паркы«Ирәмәл» тәбиғәт паркы
Фото:«Ирәмәл» тәбиғәт паркы

Башҡортостанда республика хөкүмәте ҡарары менән тәбиғәт парктарына инеү хаҡы билдәләнде. Махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәһенә йылы әйләнәһенә инеү түләүле. Аҡса рекреацион зонаны төҙөкләндереүгә һәм тәбиғәт парктарын үҫтереүгә йүнәлтелә.

Әлеге көнгә тәбиғәт парктарына инеү хаҡы түбәндәгесә:

- «Еҙем» - 200 һум;
- «Ирәмәл» - 200 һум;
- «Мораҙым тарлауығы» - 200 һум;
- «Асылыкүл» - 250 һум;
- «Ҡандракүл» - 250 һум.

Рәсәйҙә айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләренә инеү түләүле. Ил хөкүмәте ҡарары менән пенсионерҙар, мәктәпкәсә һәм мәктәп йәшендәге балалар, ишле һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр, һуғыш ветерандары, инвалидтар һәм уларҙы оҙатып йөрөүселәр, граждандарҙың башҡа категориялары бушлай инеү хоҡуғына эйә.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-03-05/v-bashkirii-utochnili-stoimost-posescheniya-prirodnyh-parkov-3668920

Автор:Әлфиә Әһлиуллина
Читайте нас